+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
8 Май 2024, 05:31

Өфө сәскәләргә күмелә

Өфөлә сәскә ултыртыу эштәре башланды. Еңеү көнөн байрам итер алдынан Еңеү паркында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Еңеүҙең 50 йыллығы һәм Мостай Кәрим скверҙарында, ҡала хакимиәте бинаһы янындағы трибуна алдында һәм тантана саралары үтәсәк башҡа майҙансыҡтарҙа был эш айырыуса гөрләп бара.

Өфө сәскәләргә күмеләӨфө сәскәләргә күмелә
Өфө сәскәләргә күмелә

Өфөлә сәскә ултыртыу эштәре башланды. Еңеү көнөн байрам итер алдынан Еңеү паркында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Еңеүҙең 50 йыллығы һәм Мостай Кәрим скверҙарында, ҡала хакимиәте бинаһы янындағы трибуна алдында һәм тантана саралары үтәсәк башҡа майҙансыҡтарҙа был эш айырыуса гөрләп бара.

 Сәскә композициялары өсөн традиция буйынса петуниялар, тырнаҡ гөлдәре, цинерариялар ҡулланыла.

7 майға «Горзеленхоз» хеҙмәткәрҙәре 125 меңдән ашыу бер йыллыҡ сәскә ултыртҡан. Быйыл республикабыҙ баш ҡалаһын 1,5 миллионға яҡын сәскә биҙәйәсәк.

Фото Өфө хакимиәтенең социаль селтәренән.  

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас