7 майҙа Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы уңайынан хәрби хеҙмәткәрҙәр парадының һуңғы генераль репетицияһы үтте.
Сарала бөтәһе 22 парад расчеты, шул иҫәптән махсус хәрби операция зонаһынанҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкы хәрби хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының кавалерия һәм кинология подразделениелары, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының ҡатын-ҡыҙҙар парад расчеты ҡатнашты. Һигеҙ ведомство оркестрынан йыйылма тынлы оркестр ойошторолған.
Артабан иһә Вадим Задорожный музейынан Бөйөк Ватан һуғышы осороноң 7 берәмек хәрби техникаһынан, шулай уҡ Өфө территориаль гарнизонынан 9 берәмек заманса хәрби һәм эш техникаһынан торған механизацияланған колонна үтте.
Шулай уҡ һауала «Первушино» аэродромының бәләкәй авиация самолеттары осоп үтте.
Өфөлә Еңеү парады 9 майҙа 12.00 сәғәттә башлана.