+30 °С
Облачно
Башҡортостанда 8 май иртәһе бер минут тынлыҡ менән башлана.
“Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә” церемонияһы урындағы ваҡыт менән 10.50 сәғәттән 11.20 сәғәткә тиклем үтә.
Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән эш урындарында, уҡыу кабинеттарында, акт һәм спорт залдарында, йәки урамда иҫкә алырға мөмкин. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала.