Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, концлагерҙарҙың элекке бәлиғ булмаған тотҡондары, шулай уҡ “Блокадалағы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгәндәр айына дүрт тапҡыр таксиҙа бушлай йөрөй ала.
Бының өсөн Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең ҡыҙыу линияһына 8 800 775 00 14 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Үҙәк белгестәре шылтыратыуҙарҙы байрам көндәрендә, йәғни 9, 10, 11, 12 майҙа, иртәнге сәғәт ундан киске алтыға тиклем, башҡа көндәрҙә иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем ҡабул итә. Заявка биргәндә ветерандың исем-фамилияһын, атаһының исемен, инвалидлыҡ категорияһын, тыуған йылын һәм телефонын әйтергә кәрәк, тип билдәләйҙәр министрлыҡта. Проект ғәмәлгә ингән 2020 йылдан алып был хеҙмәттән ике меңгә яҡын ветеран файҙаланған.
Фото “Башинформ”дан алынды.