+30 °С
Болотло
Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы өс көн генә. Республика халҡын Еңеү көнө уңайынан дүрт көнлөк каникулдар көтә – 9 майҙан (кесаҙна) 12 майға тиклем (йәкшәмбе). 8 май – эш көнө, ул байрам алды көнө булғас, бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Быйыл 6 ғинуарҙағы байрам көнө 10 майға күсерелгәс, май байрамдары оҙайтылды.
Сығанаҡ: "Башинформ".