+30 °С
Болотло
Рәсәй президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы иртәгә, 7 майҙа, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Был турала ТАСС хәбәр итә.
Дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, ошо сара алдынан Кремлдә эшлекле кәйеф мөхите.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлауҙа Путин 87,28% тауыш йыйған. Башҡортостанда уны халыҡтың 90,96% хуплаған. Илдә һайлауға килеү күрһәткесе 77,49% тәшкил иткән. Һайлауҙа 87 576 075 кеше ҡатнашҡан.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.