+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Май 2024, 11:43

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла

Өфөлә Еңеү көнөнә ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр бирелә. Был хаҡта хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев әйтте. Мэр билдәләүенсә, бындай йыйылма 58 кешегә тапшырыла.

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылаӨфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла

Өфөлә Еңеү көнөнә ҡарата Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бүләктәр бирелә. Был хаҡта хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡала башлығы Ратмир Мәүлиев әйтте.

Байрам уңайынан бүләктәр йыйылмаһында «Лента» сауҙа селтәренә 10 мең һумлыҡ сертификат, электр юрғаны һәм һауа дымландырғыс бар. Уның дөйөм хаҡы 15 мең һум тәшкил итәсәк.

Мэр әйтеүенсә, бындай йыйылма 58 кешегә тапшырыла.

Еңеү көнө алдынан шулай уҡ 2284 ветеранға Башҡортостан Республикаһы Башлығы, ҡала советы рәйесе һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы исеменән ҡотлау хаттары таратыла.

«Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәр һәм бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары өсөн дә бүләктәр бар.

«Йыл дауамында ветерандарҙың өйҙәренә барып, юбилейҙары менән ҡотлау, бүләк тапшырыу планлаштырыла. Ветерандарҙың һәм уларҙың туғандарының мөрәжәғәттәре буйынса ҡала бюджеты аҡсаһы иҫәбенә торлаҡҡа ремонт яһала. 2023 йылда ике ветерандың фатирында ремонт эштәре башҡарылды, 2024 йылда әлегә ундай мөрәжәғәттәр юҡ», — тип һөйләне Ратмир Мәүлиев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-06/v-ufe-ko-dnyu-pobedy-uchastnikam-velikoy-otechestvennoy-voyny-vruchat-podarki-3755468

 
Автор:
Читайте нас