+30 °С
Болотло
Үткән ялда Өфөлә Еңеү парадының тәүге генераль репетицияһы үтте.
Быйыл хәрби парадта 22 расчет ҡатнаша. Улар араһында шул иҫәптән “Башҡортостан” полкы хәрбиҙәре лә бар. Тигеҙ рәттәр менән Октябрь проспекты буйлап Өфө территориаль гарнизоны, федераль башҡарма власть органдарының Башҡортостандағы идаралыҡтары, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар үтте.
Өфөлә Еңеү парады 9 майҙа 12.00 сәғәттә башлана.