+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Апрель , 17:02

Рухиәт байрамы

Рухиәтебеҙҙә мөһим урын алған сара – башҡорт телендә халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы, һәр йылдағыса, быйыл да ҙур күтәренкелек менән үтте.

Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы

Рухиәтебеҙҙә мөһим урын алған сара – башҡорт телендә халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы, һәр йылдағыса, быйыл да ҙур күтәренкелек менән үтте.

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа башҡортса диктант яҙыу өсөн билдәләнгән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа, «Йәшлек House» Йәштәр йортонда, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һәм башҡа майҙансыҡтарҙа байрамса мөхит тантана итте.

Күңелдәргә үтә лә яҡын был сарала беҙ, “Башҡортостан ҡыҙы” журналистары ла, ҙур теләк менән ҡатнаштыҡ. Туған телебеҙҙәге диктантты республикабыҙҙың төп китапханаһында яҙҙыҡ. Милли кейемдәге китапхана хеҙмәткәрҙәре, яғымлы сәләмләп, ишектән үк ҡаршы алды. Диктант өсөн билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Бала саҡтың илаһи таңдары” тигән текст тәҡдим ителде. Уны зәңгәр экран йондоҙо, “Йырым булһын бүләгем” популяр телетапшырыуын алып барыусы Гүзәл Байбулдина уҡыны.

Башҡорт телендә диктант яҙыу быйыл унынсы мәртәбә уҙғарыла. Тәүге тапҡыр ул 2015 йылда ойошторолдо. 2019 йылда акция халыҡ-ара статус алды. Сараға ҡушылыусылар йылдан-йыл арта. 2019 йылда диктантты 69 687 кеше яҙһа, 2020 йылда акцияла – 305 600, 2021 йылда – 321 782, 2022 йылда – 334 523, 2023 йылда 340 333 кеше ҡатнашҡан.

Булат Маликов фотолары.

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант #башдиктант2024

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Рухиәт байрамы
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: