+7 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Апрель , 10:00

Башҡортостандың Мәләүез районында Ырымбурҙың һыу баҫҡан биләмәләренән балалар ял итә

Мәләүез районының "Дуҫлыҡ" балалар һауыҡтырыу лагерына Ырымбур өлкәһенең ташҡындан зыян күргән райондарынан, шул иҫәптән Орскиҙан 7–15 йәшлек 182 бала килгән.

Башҡортостандың Мәләүез районында Ырымбурҙың һыу баҫҡан биләмәләренән балалар ял итә
Башҡортостандың Мәләүез районында Ырымбурҙың һыу баҫҡан биләмәләренән балалар ял итә

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 апрелдә Мәләүез районының "Дуҫлыҡ" балалар һауыҡтырыу лагерына Ырымбур өлкәһенең ташҡындан зыян күргән райондарынан, шул иҫәптән Орскиҙан 7–15 йәшлек 182 бала килгән. Балалар менән бергә 7 оҙатыусы ла бар, уҡыусылар лагерҙа булған арала улар ҙа унда буласаҡ.  "Беҙҙә тулы ял ойоштороу өсөн бөтә шарттар булдырылған, ауыр хәлгә эләккән балаларға республикабыҙҙа уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. "Дуҫлыҡ" лагерында балалар өсөн ике йоҡо корпусы әҙерләнгән, туҡланыу, медицина хеҙмәтләндереүе ойошторолған. Мәләүез районы башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм Башҡортостан Мәғариф Һәм фән министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Лира Тереғолова балаларҙы йылы ҡаршы алды. Мәктәп уҡыусылары лагерҙа 21 көн ял итә һәм көстәрен тергеҙә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23729/

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: