+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Апреля 2024, 03:15

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

БСТ телеканалында диктант яҙыу тура эфирҙа 11.00 сәғәттә башлана.

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙБашҡорт теленән диктант яҙабыҙ
Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

БСТ телеканалында диктант яҙыу тура эфирҙа 11.00 сәғәттә башлана.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға bashdictant2024@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ебәрергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәрен тикшереүгә кандидаттар 2024 йылдың 11 апреленән 18 апреленә тиклем киләһе һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлеү процедураһын үтергә тейеш: http://bashdictant.ru/. Талаптар буйынса, экспертҡа кандидат булырға теләүсенең дәүләт өлгөһөндәге документ менән раҫланған педагогик йәки филологик белеме, күрһәтелгән өлкәлә ике йыллыҡ эш стажы булырға тейеш.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акцияла, енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә һ.б. ҡарамаҫтан, һәр кем ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү сайты.

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант #башдиктант2024

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

Автор:
Читайте нас