+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апрель , 10:25

“Донъя бөтәһе өсөн дә бер”

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Донъя бөтәһе өсөн дә бер” тигән тулҡынландырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ концерт булып үтте. Республикабыҙҙың коррекция мәктәптәрендә уҡыусы 130 бала Башҡортостандың билдәле сәнғәт оҫталары менән бергә сығыш яһаны.

“Донъя бөтәһе өсөн дә бер”
“Донъя бөтәһе өсөн дә бер”

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Донъя бөтәһе өсөн дә бер” тигән тулҡынландырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ концерт булып үтте. Республикабыҙҙың коррекция мәктәптәренән килгән 130 бала Башҡортостандың билдәле сәнғәт оҫталары менән бергә сығыш яһаны. Йәш башҡарыусылар ҙур сәхнәгә сыҡҡан был көндө ғүмерҙә лә онотмаҫ. Концерт сәнғәткә ғашиҡ малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың илһам ҡанаттарын үҫтерҙе, йәшәү көсөн нығытты, рухтарын күтәрҙе.

  Республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылында ундай балаларға иғтибар бермә-бер арта, улар өсөн төрлө мәҙәни саралар уҙғарыу, өҫтәмә реабилитация программаларын, башҡа проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.

Тәрән миһырбанлыҡ менән һуғарылған был сараны Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары ойошторҙо.

Фото: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының социаль селтәренән.     

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: