+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апрель , 15:23

Башҡортостандан “Яңы йондоҙҙар фабрикаһы"нда ҡатнашыусы сәхнә уның ысын булмышы икәненә инанған

Март башында ТНТ телеканалында “Яңы йондоҙҙар фабрикаһы" проекты старт алғайны. Ике ай инде тамашасылар ҡатнашыусыларҙы ҡыҙығып күҙәтә, улар араһында Сибай студенты 20 йәшлек Камилиә Насретдинова ла көс һынашты.  

Башҡортостандан “Яңы йондоҙҙар фабрикаһы"нда ҡатнашыусы сәхнә уның ысын булмышы икәненә инанған
Башҡортостандан “Яңы йондоҙҙар фабрикаһы"нда ҡатнашыусы сәхнә уның ысын булмышы икәненә инанған

 Башҡортостандан “Яңы йондоҙҙар фабрикаһы"нда ҡатнашыусы “Сәхнә – минең тормошом!” – ти. Март башында ТНТ телеканалында “Яңы йондоҙҙар фабрикаһы" проекты старт алды. Ике ай инде тамашасылар ҡатнашыусыларҙы ҡыҙығып күҙәтә, улар араһында Сибай студенты 20 йәшлек Камилиә Насретдинова ла көс һынашты. Үткән аҙнала ул проекттан китте.

Камилиә проектта алған тәжрибәһе, ҡатмарлыҡтары һәм киләсәккә пландары менән бүлеште: “Беренсенән, был проектта мин үҙемдең йырлау оҫталығымды камиллаштырҙым. Тауышым көсһөҙ, тигән ҡыйынһыныу бар ине. Әммә шоуҙа остаздар һәм эксперттар миңә үҙ көсөмә ышанысты нығытты, моңом көслө икәненә инандым. Сәхнәлә үҙемде иркен тоторға, үҙем булып ҡалырға һәм бынан ҡәнәғәтлек алырға өйрәндем. Сәхнә минең булмышым икәненә тулыһынса инандым һәм мин был юлдан тайпылмаясаҡмын! Камераларҙың тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүен дә тыныс ҡабул итәм хәҙер. Киләсәктә был тәжрибә лә минең өсөн файҙалы булыр, тип уйлайым".

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: