+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апрель , 08:10

Башҡорт теленән диктант яҙ!

Иртәгә, 27 апрелдә, «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы старт ала.

Башҡорт теленән диктант яҙ!
Башҡорт теленән диктант яҙ!

Иртәгә, 27 апрелдә, «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы старт ала.

Быйыл ул 27-29 апрелдә үткәрелә. БСТ телеканалында тура трансляция 27 апрелдә сәғәт 11-ҙә башлана.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға [email protected] йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ебәрергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың эштәрен тикшереүгә кандидаттар 2024 йылдың 11 апреленән 18 апреленә тиклем киләһе һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлеү процедураһын үтергә тейеш: http://bashdictant.ru/. Талаптар буйынса, экспертҡа кандидат булырға теләүсенең дәүләт өлгөһөндәге документ менән раҫланған педагогик йәки филологик белеме, күрһәтелгән өлкәлә ике йыллыҡ эш стажы булырға тейеш.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акцияла, енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә һ.б. ҡарамаҫтан, һәр кем ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү сайты.

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант #башдиктант2024

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

Автор:
Читайте нас: