+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Апрель , 16:35

Фәһемле һөйләшеү үтте

«Айыҡ ауыл» республика конкурсын йомғаҡлау сараһы сиктәрендә үткән «Балаларҙа һәм йәштәрҙә айыҡ инаныуҙар формалаштырыу» семинары һәм «Башҡортостан Республикаһында айыҡлыҡ биләмәләре» «түңәрәк өҫтәл»е ойошторолдо.

Фәһемле һөйләшеү үтте
Фәһемле һөйләшеү үтте

«Айыҡ ауыл» республика конкурсын йомғаҡлау сараһы сиктәрендә үткән «Балаларҙа һәм йәштәрҙә айыҡ инаныуҙар формалаштырыу» семинары һәм «Башҡортостан Республикаһында айыҡлыҡ биләмәләре» «түңәрәк өҫтәл»е ойошторолдо.

Уларҙы РФ Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының эшсе төркөмө ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре, айыҡлыҡ уҡытыусыһы Виктор Пономарев һәм  «Айыҡ ауыл» республика конкурсы координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева алып барҙы.

Төрлө темаларға БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Республика клиник наркология диспансерының баш табибы Руслан Арыҫланов, Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы, БР Һаулыҡ Һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Наталья Тулбаева, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һәм башҡалар сығыш яһаны.

Автор:
Читайте нас: