+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Апрель , 08:40

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы йомғаҡлана

Бөгөн, 25 апрелдә, Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында 2023-2024 йылдарҙа үткән «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен һәм ҡатнашыусыларын бүләкләү тантанаһы үтә.

Сараның программаһы сиктәрендә “Йәштәрҙә һәм балаларҙа айыҡлыҡ инанысын тәрбиәләү” семинары ойошторола, “Башҡортостан Республикаһында айыҡ биләмәләр” темаһына “түңәрәк өҫтәл" үтә.

«Айыҡ ауыл» конкурсы быйыл 5-се тапҡыр ойошторолдо. Биш йыл эсендә бәйгелә 3 меңдән ашыу ауыл, 30 меңдән ашыу кеше, бер меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. Республика буйынса еңеүсе булған 39 ауыл лайыҡлы рәүештә «Айыҡ ауыл» исемен йөрөтә.

2023 йылдың 1 сентябренән 30 ноябренә тиклем барған муниципаль этапта 52 райондан 1070 ауыл ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, конкурстың муниципаль этабы сиктәрендә айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән 1000-дән ашыу сара үткәрелгән. Уҙған йылдың ноябрь аҙағында урындағы ойоштороу комитеттары еңеүселәрҙе билдәләгән, һәм республика этабына 52 ауылдан ғариза ҡабул ителгән. Конкурсант ауылдар 4 номинация буйынса эре, ҙур, уртаса, бәләкәй ауылдарға бүленгән.

Конкурстың бүләк фонды 2024 йылдан 8 миллион 400 мең һумға арта һәм 50 миллион һумға яҡын тәшкил итә.

Автор:
Читайте нас: