-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Апрель , 08:05

600-ҙән ашыу кеше талпандан зыян күргән

Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү һәм биләмәне санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ләйсән Усманова белдереүенсә, көн йылына башлағандан алып талпандан 676 кеше тешләнгән.

600-ҙән ашыу кеше талпандан зыян күргән
600-ҙән ашыу кеше талпандан зыян күргән

Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының эпидемиологик күҙәтеү һәм биләмәне санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ләйсән Усманова белдереүенсә, көн йылынва башлағандан алып талпандан 676 кеше тешләнгән.

Шул иҫәптән 285 бала медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән.

Әлеге ваҡытта талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән ауырыусылар теркәлмәгән. Лабораторияларҙа дүрт энцефалитлы талпан асыҡланған, боррелиоз таратыусылар иһә 11%.

«Хәҙер парктарҙа, скверҙарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында акарицид ярҙамында эшкәртеү үткәрелә. Планлаштырылған 1000 гектарҙың 80% эшкәртелгән, был эш 1 майға тиклем тамамланырға тейеш», — тип асыҡлыҡ индерә ведомство вәкиле.

Автор:
Читайте нас: