-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Апрель , 12:26

Реабилитациялау сараһы өсөн электрон сертификат

2024 йыл башынан республикабыҙҙа йәшәүсе 5,4 мең кеше реабилитациялау өсөн техник сараларҙы электрон сертификаттар ярҙамында алған.

Реабилитациялау сараһы өсөн электрон сертификат
Реабилитациялау сараһы өсөн электрон сертификат

2024 йыл башынан республикабыҙҙа йәшәүсе 5,4 мең кеше реабилитациялау өсөн техник сараларҙы электрон сертификаттар ярҙамында алған. Һүҙ кресло-коляскалар, протез-ортопедия изделиелары, ҡолаҡ аппараттары һәм башҡа тауарҙар тураһында һүҙ бара, тип билдәләй Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте. Сертификат реестрҙа яҙманан ғибәрәт, ул банк картаһы номерына бәйле. Аҡса картаға күсерелмәй, ә Федераль ҡаҙнасылыҡта һаҡлана һәм техник сараны алғанда һатыусыға туранан-тура күсерелә. Реабилитациялау өсөн техник сараның һәр төрө өсөн айырым сертификат бирелә.

Республикала быйыл электрон сертификат ярҙамында 200-ҙән ашыу техник сара алынған. Уларҙың дөйөм суммаһы 332 миллион һум тәшкил итә.  

Электрон сертификат алыуға ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы, күп функциялы үҙәк офистары, Социаль фондтың клиент хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: