+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Апрель , 13:15

Башҡортостан һәм Үзбәкстан туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә

«Иннопром. Үҙәк Азия» күргәҙмәһендә Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге һәм Ташкент өлкәһенең Туризм идаралығы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

«Килешеү ике төбәктә лә туризм индустрияһын үҫтереүгә һәм Башҡортостан менән Ташкент өлкәһе араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Тәжрибә алмашыу, уртаҡ туристик программалар әҙерләү, туристарҙы йәлеп итеү өсөн берлектәге саралар уҙғарыу, шулай уҡ туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итеү өсөн башҡа саралар күҙ уңында тотола», – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Документ Рәсәй һәм Үзбәкстан биләмәһендә туризм өлкәһендә берҙәм мәғлүмәт мөхитен булдырыу һәм үҫтереү маҡсатында Башҡортостан менән Үзбәкстандың хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота. Яҡтар Үзбәкстан һәм Башҡортостан туроператорҙары өсөн үҙ-ара мәғлүмәт турҙары үткәреү, белешмә-мәғлүмәт материалдары менән алмашыу, бергәләп туристик маршруттар һәм изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу турҙарын әҙерләү тураһында һөйләшеп килеште.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22-24 апрелдә Ташкентта «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе бара. Форумда Башҡортостан делегацияһын республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров етәкләй.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: