-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Апрель , 10:44

Башҡорт драма театры – Венгрияла

18 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт драма театры коллективы Будапештҡа юлланды, унда ул 11-се MITEM Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша. Йылдың төп театраль ваҡиғаларының береһе – Митем Фестивале 6 апрелдән 28 апрелгә тиклем үтә.

Башҡорт драма театры –  Венгрияла
Башҡорт драма театры – Венгрияла

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт драма театры коллективы Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури  повесы буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектаклен бөгөн, йәғни  22 апрелдә Венгрия Милли театрының төп сәхнәһендә күрһәтәсәк. Спектаклгә билеттар күптән һатылып бөткән, тип хәбәр итәләр. Венгр тамашасаһы башҡорт  театры менән таныш инде – үткән йылдың  октябрендә  коллектив  Рәсәйҙең берҙән-бер вәкиле булараҡ күләмле форумда ҡатнашты.  Унда башдрамдар X Бөтә донъя театр Олимпиадаһы сиктәрендә Венгрияның Gobbi Hilda исемендәге Милли театры сәхнәһендә Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса «Джут» спектаклен күрһәтте.

“Ҡара йөҙҙәр” спектакле – «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Гөлнара Ҡаҙаҡбаева), «Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров) номинациялары номинанты.  “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында “Алтын битлек” яулаусы (Альберт Нестеров).

Башҡорт драма театры –  Венгрияла
Башҡорт драма театры – Венгрияла
Автор:
Читайте нас: