-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Апрель , 07:55

Ағиҙелдең ярҙарынан сығыуы ихтимал

Республика буйынса йылғаларҙа һыу ҡайта башлаһа ла, Ағиҙелдә уның кимәле һаман арта.

Ағиҙелдең ярҙарынан сығыуы ихтимал
Ағиҙелдең ярҙарынан сығыуы ихтимал

Республика буйынса йылғаларҙа һыу ҡайта башлаһа ла, Ағиҙелдә уның кимәле һаман арта.

Кисә, 21 апрелдең 20.00 сәғәтенә ҡарата, ташҡын кимәле 600 сантиметр тәшкил итте, тип белдерәләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдә дәүләт комитетынан.

Йылғаның туғайҙарҙы баҫыуы көтөлә. Хәүеф тыуҙырған кимәл - 730 сантиметр.

Өфөлә Дим, Киров һәм Ленин райондарындағы алты юл участкаһы, Дим биҫтәһендәге өс коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте («Озон», «Козарез», «Альбатрос») һәм Киров районының Кооператив ялан биҫтәһендәге йорт яны участкалары ведомствоның даими контроле аҫтына алынған.

 

Автор:
Читайте нас: