Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм блогерҙар менән осрашты.
Ул бөгөнгө республика тормошона ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин менән эшлекле осрашыу тураһында ла әйтте.
Президент менән махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ республикала күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләштек, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Алда Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү бурысы тора. Быйыл комплекстың ҙур өлөшөн тамамлайбыҙ. Бынан тыш, Пугачев урамында башлаған эштәрҙе йомғаҡлап ҡуйыу бурысы тора. Был иһә - хаҡы 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән етди проект», - тип билдәләне ул.
Башҡортостан Башлығы Владимир Путин менән һуғыш ветерандары өсөн клиник госпиталь, лидерҙар мәктәбен төҙөү мәсьәләләрен дә тикшереүҙәрен әйтте. Улар буйынса федераль кимәлдә ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән.