+30 °С
Облачно
Быйыл яҙ иртә килә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге көндә республиканың 45 районында баҫыу эштәре башланған.
Ауыл эшсәндәре тырматыу һәм дым ҡаплау, ужым культураларын, күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлау эштәрен алып бара.
Бөгөнгө көнгә ҡарата 62,4 мең гектарҙа дым ҡапланған, минираль ашлама менән 100 мең гектар - ужым баҫыуҙары, 44 мең гектар күп йыллыҡ үлән туҡландырылған.
Оҙаҡламай сәсеү ҙә башланыр. Быйыл республика баҫыусылары алдында 2 млн 78 мең гектарҙа иген һәм башҡа культуралар сәсеү бурысы тора.