Силәбе ҡалаһының төп урамы буйлап башҡорт яугирҙәре һәм һылыуҙары, казактар уҙҙы. Фотосессияны тарихсы-реконструкторҙар һәм “Ләйсән” ансамбле музыканттары менән берлектә Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.
Сарала ҡатнашыусыларҙың милли костюмдары ғәжәйеп үҙенсәлекле һәм һоҡланғыс ине. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышындағы 4-се башҡорт полкы командиры Аҫылғужа Бакировтың вариҫы Рафаил Бакиров байрамға 19-сы быуат башындағы башҡорт ғәскәре командиры кейемендә килгәйне. Рафаил Бакиров – хәрби хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе лә.
Халыҡ мәҙәниәтенең күркәм сағылышы булған был сара силәбеләрҙә ихлас иғтибар уятты.