+30 °С
Болотло
Бөгөн республикала Башҡортостан халыҡтары Милли костюмы көнө билдәләнә.
Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды һәм ул йылына ике тапҡыр - апрелдең - өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә.
Милли кейем – һәр халҡтың эске булмышын, күңел донъяһын, көнкүрешен сағылдырған ҡомартҡы ул. Ул халыҡтарҙың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәтеп тора. Байрам тарихи үткәндәргә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан - 160-тан ашыу төрлө милләт вәкиле йәшәгән күп милләтле республика. Татыулыҡ һәм берҙәмлек – беҙҙең төп байлығыбыҙ.