Өфөлә “Йәшлек House” майҙансығында “Башҡортостанда волонтерлыҡ хәрәкәте һәм унда өлкән быуындың роле” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Һөйләшеүҙә “көмөш” волонтерҙар, ғалимдар, башҡарма власть органдары һәм коммерция булмаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Сарала әүҙем, сифатлы оҙон ғүмерлелек, ирекмәнлек һәм остазлыҡ хаҡында ифрат йәнле һәм файҙалы һөйләшеү барҙы. “Башҡортостан Фәндәр академияһы” дәүләт бюджет ғилми учреждениеһының стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев өлкән быуындың ғүмерен оҙонайтыу һәм йәшәү сифатын күтәреү бөгөн мөһим бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне.
Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова 2020 йылдан башлап тормошҡа ашырылыусы “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты тураһында бәйән итте.
Республикабыҙҙың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты бүлеге етәксеһе Никита Хрулев “көмөш” волонтерҙарҙың үҫеп килеүсе быуынға матур өлгө күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Эйе, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған быуын ярҙамға мохтаждар булғанда битараф ҡала алмай. Йөрәк йылыһын һалып, һоҡланғыс ғәмәлдәре менән донъяны йәмләп йәшәргә тырыша улар. Республикала ирекмәнлек хәрәкәтендә биш меңдән ашыу “көмөш” волонтер ҡатнаша.
Фото ”Панорама Башкортостана” журналы сайтынан.