+30 °С
Болотло
Бөгөн республикабыҙ баш ҡалаһында йылытыу сезоны тамамлана. Өфөнөң йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы етәксеһе урынбаҫары Булат Ғәзизов “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында шулай тип белдерҙе.
2023-2024 йылдарҙағы йылытыу осоро унан алдағы менән сағыштырғанда 16 тәүлеккә аҙыраҡ, тип билдәләй Булат Ғәзизов. Башҡа район-ҡалалар йылытыу сезонын тамамлау тураһындағы ҡарарҙы үҙҙәрендәге һауа торошона ҡарап ҡабул итәсәк.
Сығанаҡ: “Башинформ”.