+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апрель , 08:45

VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале үтә

2024 йылдың 16-23 майында Өфөлә VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале үтә
VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале үтә

2024 йылдың 16-23 майында Өфөлә VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

Быға тиклем фестиваль «Төрки телле театрҙар фестивале» тип аталһа, быйыл уның форматы киңәйә. Фестивалдә Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан, Марий Эл театрҙарының 14 спектакле ҡатнаша. Башҡорт академия драма театрының «Ҡыҙыл паша» һәм А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театрының М. Булгаков әҫәре буйынса «Морфий» спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә.

Спектаклдәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Өфө «Нур» татар театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәләрендә ҡарарға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: