+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апрель , 09:00

Ситуация үҙәге һорауҙарға яуап бирә

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты белдереүенсә, дала һәм тау йылғаларында ташҡын һыуы ҡайта башлаған.

Ситуация үҙәге һорауҙарға яуап бирә
Ситуация үҙәге һорауҙарға яуап бирә

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты белдереүенсә, дала һәм тау йылғаларында ташҡын һыуы ҡайта башлаған.

Шул уҡ ваҡытта ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеүен дауам итә.  Үткән тәүлектә 112 Системаһы биләмәләрҙе һыу баҫыу тураһында 4 мөрәжәғәт ҡабул иткән.

Ағиҙел йылғаһы Дуҫлыҡ монументы тапҡырында 8 сантимертға күтәрелгән һәм, дөйөм алғанда, 589 см тәшкил иткән.

Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 17 апрелдән Ситуация үҙәге операторҙары халыҡтың яҙғы ташҡын буйынса һорауҙарына яуап бирә башлаған. Бының өсөн 122 (өҫтәмә 5) йәки +7 (347) 218-19-19 номерҙарына шылтыратырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас: