+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апрель 2024, 04:15

Сит илдәр вәкилдәре Башҡортостан менән танышты

17 апрелдә Мәскәүҙә Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығында Башҡортостандың иҡтисади, инвестиция һәм туристик ҡеүәте презентацияһы үтте.

Сит илдәр вәкилдәре Башҡортостан менән таныштыСит илдәр вәкилдәре Башҡортостан менән танышты
Сит илдәр вәкилдәре Башҡортостан менән танышты

17 апрелдә Мәскәүҙә Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығында Башҡортостандың иҡтисади, инвестиция һәм туристик ҡеүәте презентацияһы үтте.

Сараға Төркиә, Таиланд, Абхазия, Панама, Бахрейн, Гвинея-Бисау, Колумбия һәм башҡа илдәр илселәре һәм вәкилдәре килде.  

Презентация сиктәрендә Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән республика Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы үтте. Уның башында Башҡортостан Башлығы сит ил эштәре министрына дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙең һәм төрлө кимәлдәге эксперттарҙың киң аудиторияһы өсөн Башҡортостан мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн рәхмәт әйтте.

Сергей Лавров билдәләүенсә, идара итеү командаһының тырышлығы менән республика Рәсәйҙә иҡтисадты, шулай уҡ мәҙәни һәм спорт өлкәһен үҫтереү буйынса алдынғылыҡты һаҡлап ҡала.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сергей Лавровты 2024 йылдың йәйендә һәм көҙөндә Өфөнөң 450 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

Радий Хәбиров юғары ҡунаҡҡа Башҡортостан тураһында экспозицияны күрһәтте.

Сит илдәр вәкилдәре Башҡортостан менән танышты
Сит илдәр вәкилдәре Башҡортостан менән танышты
Сит илдәр вәкилдәре Башҡортостан менән танышты
Сит илдәр вәкилдәре Башҡортостан менән танышты
Автор:
Читайте нас