+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апрель , 17:23

Республика ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны

18 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының XII отчет-һайлау конференцияһы үтте. Ойошма рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының биш йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланы. Гүзәл заттар республикала йәшәүселәрҙең 53 процентын тәшкил итә. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы уларҙың етәксе урындарға ынтылып бармауын билдәләне. Әлеге ваҡытта район башлығы йөгөн өс ҡатын-ҡыҙ тарта.

Республика ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны
Республика ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны

18 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының XII отчет-һайлау конференцияһы үтте. Ойошма рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының биш йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланы. Гүзәл заттар республикала йәшәүселәрҙең 53 процентын тәшкил итә. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы уларҙың етәксе урындарға ынтылып бармауын билдәләне. Әлеге ваҡытта район башлығы йөгөн өс ҡатын-ҡыҙ тарта.

Тыуымдың кәмеүе күҙәтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әсәлекте яҡлау, өлгөлө ғаиләләрҙе күрһәтеү, уларға ярҙам итеү буйынса эштәрҙе әүҙемләштерергә саҡырҙы.

Урындарҙа яңы рәйестәр һайланыуын, уларҙың вазифаларына яуаплы ҡарауын әйтеп үтте.

Күп проекттар гранттар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Әйтәйек, Яңауыл районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Илһөйәр Проскурякова 11 грант отҡан. Ул һуңынан үҙе лә был хаҡта сығыш яһаны. Рәйес МХО-ға ярҙам күрһәткән район советтарын ҡеүәтләне. Мобилизацияға саҡырылған яугир ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә арналған өс төбәк семинары үтеүе хаҡында һөйләне. Әле Союз ағзалары Ырымбурҙа ҡаза күреүселәргә 235 мең һум аҡса йыйған, ошо көндәрҙә гуманитар ярҙам ебәреләсәк.

"Әсәй һаулығы" проекты буйынса бик күп эштәр эшләнгән, үҫмер ҡыҙҙарға лекциялар уҡылған.

Ревизия комиссияһы рәйесе Шамилә Шәһәр ҡыҙы Кәримованың отчеты тыңланды.

Республика етәкселеге исеменән конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы Алексей Геннадьевич Дербеко тәбрикләне һәм артабанғы эшмәкәрлектә уңыштар теләне.

Өфө Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Римма Тимерйән ҡыҙы Миһранова сығышында ҡала ойошмаларының эшмәкәрлегенә баһа бирелде. "Минең ғаиләм – байлығым" фольклориадаһы, Атайҙар советын ойошторорға булышыуҙары, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, флешмобтар үткәреү – ойошманың изге эштәре бының менән генә сикләнмәй.

Екатерина Литвинова Бөрө районы ҡатын-ҡыҙҙары эшмәкәрлеген яҡтыртты. Учалы районы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Гүзәл Лоҡманова ул эшләгән биш йыл эсендә тотороҡло үткән сараларҙы телгә алды.

Союздың һәм ревизия комиссияһының эше ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. Рәйес итеп Рәшиҙә Солтанова ҡалдырылды.

Республика ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны
Республика ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны
Республика ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны
Республика ҡатын-ҡыҙҙары йыйыны
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: