+6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апрель , 11:40

Быйыл яҙ ашыға

Республикабыҙҙа алдағы көндәрҙә 26 градусҡа тиклем йылытасаҡ, ти синоптиктар.

Быйыл яҙ ашыға
Быйыл яҙ ашыға

Синоптиктар фаразлауынса, кесаҙна, 18 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуып үтеүе, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +19, +24°.

Йома, 19 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә +8, +13°, көнсығышта +3°, көндөҙ +21, +26°.

Шәмбе, 20 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм булмай, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +6°, көндөҙ +21, +26°.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: