+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апрель , 07:59

Баҡса йортона газ үткәрергә теләһәң

Рәсәй Хөкүмәте социаль газ үткәреү программаһын киңәйтте. Баҡса ширҡәттәрендә урынлашҡан участка хужалары социаль газлаштырыу программаһында ҡатнашырға мөмкин. Был турала ҡарарға Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Газ селтәрҙәре газ үткәрелгән тораҡ пункттар янындағы ер участкалары сигенә тиклем бушлай һуҙыла. Йорт хужалығына һәм ер участкаһына хоҡуҡ билдәләүсе документтар булырға тейеш. Ғаризаны өй хужаһы ла, баҡса ширҡәте рәйесе лә бирә ала. Газлаштырыу тураһында ҡарар баҡса ширҡәте ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡабул ителергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газ үткәреү программаһы 2021 йылда башланды. Президент Федераль Йыйылышҡа 2024 йылдың 29 февралендәге мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса хөкүмәткә программаны киңәйтергә һәм баҡса ширҡәттәре сигенә тиклем газ һуҙырға ҡушты.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: