+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Апрель , 12:45

Йылды туйҙыра торған көндәр

Апрелдә көндәрҙең ҡапыл йылытыуы республикабыҙ игенселәрен тиҙ арала тупраҡтағы дымды һаҡлау эштәрен башларға мәжбүр итте. Юғиһә яҡшы уңышҡа өмөт итергә түгел, ти белгестәр.

Республиканың 23 районында дым ҡаплатыуға тотонғандар, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Илеш районында айырыуса әүҙемдәр, унда был эш 4,3 гектарҙа башҡарылған.

 Республика хужалыҡтарында шулай уҡ ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе ашламалар менән туҡландырыу ҙа дауам итә – көнө йылды туйҙыра торған мәл бит әле.

Фото БР Ауыл хужалығы министрлығының социаль селтәренән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: