+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Апрель , 08:30

Диктант яҙыу майҙансыҡтары билдәле булды

27 апрелдә "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024" акцияһы үтә.

Диктант яҙыу майҙансыҡтары билдәле булды
Диктант яҙыу майҙансыҡтары билдәле булды

27 апрелдә "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024" акцияһы үтә.

Диктант яҙыу майҙансыҡтары М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында, Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа, "Йәшлек House" йәштәр йортонда, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ойошторола.

Шулай уҡ һәр кем акцияның рәсми сайтында https://bashdictant.ru/  26 апрелгә тиклем үҙенең оффлайн майҙансығын теркәй ала.

Дикторҙар диктант тексын 27 апрелдә 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан 12:00-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.05-нән 12.30-ға тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Автор:
Читайте нас: