+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Апрель , 09:10

Ас айыуҙар йөрөй

Һуңғы осорҙа ҡышҡы йоҡонан уянған айыуҙар үҙҙәре төйәк иткән тау-урмандан ялан яғына сығыуы тураһында хәбәрҙәр күп.  

Ас айыуҙар йөрөй
Ас айыуҙар йөрөй

Һуңғы осорҙа ҡышҡы йоҡонан уянған айыуҙар үҙҙәре төйәк иткән тау-урмандан ялан яғына сығыуы тураһында хәбәрҙәр күп.  

Сибай-Магнитогорск юлында айыу йөрөүе хаҡында бик күп яҙҙылыр. Айыуҙы юлсылар Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Увальск ҡасабаһы янындағы ағаслыҡ һыҙатында аҙнанан ашыу күҙәтте.

Социаль селтәрҙәрҙә Ейәнсура районынан видеолар сығып тора. Уларҙың береһендә айыу тау итәгендә утлап йөрөгән малды баҫтыра. Видеоны төшөрөүсе һөйләүенсә, айыу башта һарыҡтарҙы өркөткән. Хәүеф янауын тойған һыйырҙар ҙа ауылға ҡарай саба башлаған. Шулай уҡ Ҡарадигән, Юлдаш ауылдары янында урман хужаһы кешеләргә осраған.

Яңы йоҡонан уянған айыуҙар ас, улар малға ла, кешегә лә һөжүм итеүе бик ихтимал.

Автор:
Читайте нас: