+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Апрель , 13:31

Республиканың перинаталь үҙәге – илдә иң яҡшыларҙың береһе

Башҡортостандың перинаталь үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.

Республиканың перинаталь үҙәге – илдә иң яҡшыларҙың береһе
Республиканың перинаталь үҙәге – илдә иң яҡшыларҙың береһе

Башҡортостандың перинаталь үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Бөгөн Республика клиник перинаталь үҙәгенең Дисциплинар-ара репродуктив медицина белгестәре ассоциацияһы версияһы буйынса «Волга буйы федераль округының акушер-гинекология профилендәге иң яҡшы медицина ойошмаһы-2023» исеменә конкурста «IlI кимәлдәге иң яҡшы акушерлыҡ стационары» номинацияһында беренсе урын яулауы билдәле булды.

«Был – бар командабыҙҙың эш һөҙөмтәһе», – тип ҡыуаныслы яңылыҡтары менән уртаҡлаштылар Республика клиник перинаталь үҙәгендә.

Номинанттарҙы 18 апрелдә IX «Рәсәйҙең репродуктив потенциалы: Ҡазан уҡыуҙары» Дөйөм Рәсәй конгресында бүләкләйәсәктәр.

Сығанаҡ:«Башинформ». 

Автор:
Читайте нас: