+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Апрель , 21:54

Милли кейем – әҙәбиәттә

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт фольклорында һәм әҙәбиәтендә милли кейем мотивтары” түңәрәк өҫтәле үтте.  Милли кейем көнөнә арналған сараны  Башҡортостан  Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо.

Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Башҡорт фольклорында һәм әҙәбиәтендә милли кейем мотивтары” түңәрәк өҫтәле үтте.  Милли кейем көнөнә арналған сараны  Башҡортостан  Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо.

 

БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, түңәрәк өҫтәлде асып, уның маҡсаты һәм бурыстары менән таныштырҙы. Артабан арҙаҡлы яҙыусылар, ғалимдар башҡорт әҙәбиәтендәге төрлө ҡатлам кейем-биҙәүестәрҙең халыҡ, ил тарихын нисек сағылдырыуы хаҡында һөйләне.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, C.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тансулпан Ғарипова үҙ әҫәрҙәрендә милли кейемдәр һүрәтләнешенә туҡталды. Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, фән кандидаты Илешева Рәйсә Хәким ҡыҙы “Әҙәбиәттә милли кейемдең символик һәм образлы йөкмәткеһе” темаһын асты. Филология фәндәре кандидаты, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы М.Fафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова “Башҡорт халыҡ йырҙарында милли кейем атамалары” хаҡында бик ҡыҙыҡлы һөйләне. Уның сығышын йөпләп, филология фәндаре кандидаты, БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы M.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы ғилми хеҙмәткәре Роза Хөснуллина башҡорт халыҡ йыры "Шәүрә килен"де йырлап ишеттерҙе.

Шағирә Тамара Искәндәриәнең “Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә милли кейем тематикаһы” сығышынан шағирәләрҙең кейем-биҙәүес хаҡында шиғыр яҙып ҡына ҡалмай,уларҙы эшләүселәр ҙә, пропагандалаусылар ҙа булыуын белдек. БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалының филология кафедраһы доценты Ҡасҡынова Гөлнур Нуриман ҡыҙы “Башҡорт әҙәбиәтендә Ырғыҙ-Кәмәлек буйы башҡорттарының милли кейемдәре һүрәтләнеше” сығышында мәшһүр Һәҙиә Дәүләтшина мираҫына мөрәжәғәт итте.

Филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалының филология кафедраһы доценты Ғәниева Ғәлиә Ғәлийән ҡыҙы “Башҡорт прозаһында милли кейемдәр сағылышы тураһында бер кәлимә һүҙ” тип совет һәм хәҙерге осор яҙыусыларын байҡаны. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” миҙалы кавалеры, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай "Ҡашмау" ни һөйләй?" тип, яҡташы Рәйес Түләктең поэмаһы тарихын бәйән итте.

Филология фәндәре кандидаты, Зәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһы ғилми хеҙмәткәре Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Мырҙағолова “Ғәли Ибраһимов һәм Ноғман Мусиндың тарихи романдарында милли кейемдәр” сығышында эпик әҫәрҙәрҙәге образдарға туҡталды. Филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөббөтдинова  “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ижадында милли кейем” кеүек теманы яҡтыртты.

Техник фәндәр кандидаты, БР «Ағиҙел» Башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһының мәҙәни мираҫты һаҡлау бүлеге етәксеһе Айгөл Салауат ҡыҙы Камалиева бөгөнгө түңәрәк өҫтәлдең яңы темаға бағышланып, күренеш булыуына иғтибар итте, боронғо эпостарҙы кейем-биҙәүестәр яҡлап та өйрәнеүҙең ни тиклем мөһим икәнен билдәләне.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика Халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе методисы Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин  кейеме менән иғтибар үҙәгендә булды һәм хәрби, яу кейемдәренең һаҡланып ҡалмауына ҡарата фаразы менән уртаҡлашты. Ғалимә Гөлсәсәк Саламатова театр һәм кино сәнғәтендәге башҡорт милли кейеме кеүек ҡыҙыҡлы тема менән сығыш яһаны һәм һәр секунды баһалап бөткөһөҙ хазина булған тарихи кинокадрҙар менән таныштырҙы.

Түңәрәк өҫтәлгә саҡырылған мәктәп уҡыусылары менән милли кейем, биҙәүестәр буйынса викторина үткәрелде. "Ағиҙел" Башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы "Рабиға" коллекцияһын күрһәтте. “Селтәр” студияһы сығышы ла алҡыштарға күмелде.

Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре фондта һаҡланған яҙыусыларҙың кейемдәре, шәхси әйберҙәре менән бай күргәҙмә ойошторҙо. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән милли кейемде тергеҙеүселәр, заман талабына яуап биргән этносувенирҙар, кейем-һалым, аксессуарҙар эшләүсе оҫталар үҙ тауарҙарын тәҡдим итте.

Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Милли кейем – әҙәбиәттә
Автор:
Читайте нас: