+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Апрель 2024, 08:18

Ғүмер бер генә

Башҡортостан журналистары күренекле психолог, Мәскәү ҡалаһындағы Кризислы психология үҙәге етәксеһе, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Михаил Хасьминский менән һәр осрашыуҙы көтөп ала. Был юлы һөйләшеү ҡылдан да нескә темаға – суицид осраҡтарын профилактикалауҙа киң мәғлүмәт сараларының роленә арналды.

Ғүмер бер генәҒүмер бер генә

 “Диндең һәр ҡайһыһында (православиемы ул, христиан динеме, исламмы) үҙ-үҙенә ҡул һалып яҡты донъянан китеү оло гонаһтарҙан  һанала”, – тине спикер һәм был аҙымға барыусыларҙың психологик портретын тасуирланы. Михаил Игоревич киң мәғлүмәт сараларында суицид темаһын яҡтыртҡанда психология һәм суицидология өлкәһендә илебеҙҙең төп эксперттары әҙерләгән кәңәштәрҙе файҙаланырға тәҡдим итте.

Ул мәҡәләне әҙерләгәндә бары тик ышаныслы, дөрөҫ сығанаҡтарға, тикшерелгән факттарға ғына таяныу мөһимлеген билдәләне. Был тәңгәлдәге статистика мәғлүмәттәрен үтә лә һаҡ, ябайлаштырмайынса ҡулланыу мотлаҡ, тип әйтеп үтте.

Эксперт киң мәғлүмәт сараларының фекер булдырыусы көсөн иҫтә тоторға, ваҡиғаны дөрөҫ аңлатыу өсөн квалификациялы эксперт ярҙамына мөрәжәғәт итергә кәңәш итте. Фажиғәле хәл хаҡында һөйләгәндә дөйөмләштереүҙәр һәм романтик төҫтә тасуирлауҙар булырға тейеш түгеллеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

 Семинарға республиканың 140-тан ашыу киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре йәлеп ителде, уларҙың яртыһынан күберәге онлайн форматта ҡатнашты.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас