+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Апрель 2024, 03:30

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.

Радий Фәрит улы райондың социаль-иҡтисади хәле менән танышты, производтво объекттарын, төҙөкләндереү эштәрен ҡараны, халыҡ менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.

Радий Фәрит улы райондың социаль-иҡтисади хәле менән танышты, производтво объекттарын, төҙөкләндереү эштәрен ҡараны, халыҡ менән осрашты.

Төбәк етәксеһе Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү барышы менән ҡәнәғәт ҡалды. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса йәмәғәт биләмәһен яңыртыу өсөн тауыш бирҙе. Һуңынан район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов менән бергә афған һуғышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған миәкәләр иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалды.

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проектары иҫәбенә индерелгән тау саңғыһы курорты төҙөлә. Проекттың инициаторы булып урындағы эшҡыуар Руслан Аҡсуриндың «Альтаир» компанияһы сығыш яһай. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 170 миллион һум тәшкил итә, 30-ға яҡын яңы эш урыны булдырыла.

Башҡортостан Башлығы районды комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге коллективы менән эш торошо, киләсәккә пландар тураһында һөйләште.

Радий Фәрит улы Миәкә районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Айрат Фәтихов, Айнур Янышев, Фәдис Аллаяров, Азат Ҡадиров, Алмас Әхмәҙуллин, Валентин Филиппов, Данис Махиянов, Виталий Павлов һәм Реналь Тәхәүетдиновтың ғаиләләре менән осрашты. Ватан алдында бурыстарын үтәгәндә вафат булған яугирҙәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм, батырлыҡтары өсөн, уларға генерал Шайморатов ордендары тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Миәкә районында булды.
Автор:
Читайте нас