+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Апрель 2024, 02:40

Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Кисә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан Азат Бадрановтың Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе хаҡында белдерҙе.

Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләндеАзат Бадранов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде
Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Кисә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан Азат Бадрановтың Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе хаҡында белдерҙе.

Был вазифала ул Урал Килсенбаевты алмаштыра.

Бынан тыш, Бадранов 2023 йылдың авгусында ойошторолған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы етәксеһе вазифаһына кире ҡайтарыла (махсус операция зонаһына юлланғансы ул ошо комиссияның етәксеһе булды).

«Азат Бадрановтың махсус хәрби операцияға китеүе менән бәйле әлеге бурысты Азамат Абдрахманов башҡарҙы. Азамат Фәрит улы, эшегеҙ өсөн рәхмәт. Быны йәнә Азат Шамил улына тапшырабыҙ. Эшкә тотоноғоҙ», - тине Радий Хәбиров.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас