+30 °С
Болотло
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы ташҡындың иң юғары кимәле 20-се апрелдән һуңғы көндәргә тура килә. Йәғни ғәҙәттәгенән ул ике аҙнаға алдараҡ үтә.
Биләмәләргә һыу инеү тураһында тағы 9 осраҡ теркәлгән. Ташҡын башланғандан алып был турала республика буйынса бөтәһе 917 мөрәжәғәт булған.
Үткән тәүлектә Ағиҙелдең иң юғары күтәрелгән урыны Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылы тәнгәлендә билдәләнгән – 63 см.
Дим йылғаһы Шишмә районының Бочкаревка тапҡырында 23 сантиметрға артҡан.
Әй йылғаһында был күрһәткес - 21 см.