Башҡортостан райондары буйлап “сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты. Республикабыҙҙа был акция алтынсы йыл үткәрелә, былтыр күсмә медицина комплекстарында 150 меңдән ашыу кеше үҙ һаулығын тикшерткән.
Маршруттар – алтау, улар иң төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә медицина ярҙамын алырлыҡ итеп төҙөлгән, тип билдәләй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Өфө марштрутына ун район ҡарай: Иглин, Шишмә, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Благовар, Кушнарен, Саҡмағош, Нуриман, Өфө райондары.
Дыуан маршрутына биш район ингән: Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат райондары.
Нефтекама маршрутында 12 район: Илеш, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Борай, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Бөрө райондары һәм Нефтекама ҡала округы.
Туғыҙ район: Туймазы, Бүздәк, Баҡалы, Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә, Дәүләкән, Шаран райондары Октябрьский маршрутына берләштерелгән.
Стәрлетамаҡ маршрутында ун бер район: Ауырғазы, Ғафури, Әлшәй, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен, Ейәнсура райондары.
Белорет маршруты ете район: Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла буйлап үтә.
"Сәләмәтлек поездарының" графигын түбәндәге һылтанма аша ҡарай алаһығыҙ: https://health.bashkortostan.ru/activity/27005/
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.