Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын уҙғарыу көнө билдәле булды. Ҙур спорт сараһы 17 октябрҙә ойоштороласаҡ. Был турала бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Эш башланды. Форумда Рәсәй Президентының ҡатнашыуы күҙ уңында тотола, ул Физик культура һәм спорт буйынса совет ултырышын үткәрәсәк. Шуға күрә етди әҙерләнергә кәрәк», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
12 апрелдә Мәскәүҙә «Беҙ бергә. Спорт» халыҡ-ара конгресс-күргәҙмә сараһы барышында Пермь крайынан Башҡортостан Республикаһына «Рәсәй – спорт державаһы» форумы штандартын тапшырыу тантанаһы үтте.
Сығанаҡ: «Башинформ».