+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
15 Апрель 2024, 02:55

Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған тәңкәләр сығарылған

Рәсәй банкы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары» һәм «Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүе» серияһынан иҫтәлекле көмөш тәңкәләр сығарған.

Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған тәңкәләр сығарылғанБөйөк Ватан һуғышына бағышланған тәңкәләр сығарылған
Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған тәңкәләр сығарылған

Рәсәй банкы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары» һәм «Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүе» серияһынан иҫтәлекле көмөш тәңкәләр сығарған.

Ике һумлыҡ аҡса ҡаһарман летчик Борис Сафоновҡа арналған. Һуғыш ваҡытында ул дошмандың 20-нән ашыу самолетын бәреп төшөргән. Сафонов беренселәрҙән булып һуғыш йылдарында батырлығы өсөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған.

Өс һумлыҡ тәңкә — «Ҡыҙыл Йондоҙ ордены».

Ике тәңкә лә 925 пробалы көмөштән пруф сифаты менән эшләнгән, беренсеһенең ауырлығы — 15,55 грам, икенсеһенең 31,1 грамм. Һәр береһенең тиражы — 3 мең дана.

Автор:
Читайте нас