Өфөлә Экология форумы һәм VII «Экология һәм технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһе бара.
«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы һөҙөмтәле эшләһен, экологик проблемалар хәл ителһен өсөн беҙгә башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе менән танышыу мөһим», - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында.
Форумда Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Рәсәй төбәктәре делегациялары ҡатнаша. Йәмғеһе Өфөгә Рәсәйҙең 15-тән ашыу төбәгенән вәкилдәр килгән.
Рәсәй экологик операторының генераль директоры Денис Буцаев билдәләүенсә, күргәҙмә сиктәрендә Башҡортостан ҡатмарлы, комплекслы мәсьәләләрҙе нисек хәл итергә мөмкин икәнен күрһәтә, мәҫәлән, ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләрендә. Ер участкаларын бүлеү, проекттар тураһында уртаҡ фекергә килеү йәһәтенән мәсьәләләр ҙә тиҙ хәл ителә.
VII «Экология һәм технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһе 13 апрелгә тиклем эшләй.