+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апрель , 15:15

Изге көндә - изге ғәмәл

Башҡортостан Республикаһының ат спортын үҫтереү буйынса “Садконың ат ихатаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы 10 апрелдә, мосолмандарҙың изге Ураҙа байрамында, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең бәләкәй һәм өлкән ағзалары өсөн бушлай экскурсия үткәрҙе.

Изге көндә - изге ғәмәл
Изге көндә - изге ғәмәл

Экскурсия “Хайуандар беҙҙең дуҫтарыбыҙ, ә бергә беҙ бер ғаилә!” тип исемләнгән проект сиктәрендә  уҙҙы. Ҡунаҡтар ойошманың  тарихы һәм аттар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде, йылҡыны  аҫрау, ашатыу һәм тәрбиәләү хаҡында белешмә алды, Паси һәм Руда исемле аттарҙың сығышын ҡараны. Малайҙар һәм ҡыҙҙар аттарҙы  кишер менән һыйлап, иҫтәлеккә фото төшөп, күңелдәре булып таралышты.

Изге көндә - изге ғәмәл
Изге көндә - изге ғәмәл
Изге көндә - изге ғәмәл
Автор:
Читайте нас: