+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апрель , 08:55

"Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" саҡыра

Бөгөн, 12 апрелдә, Өфө фән һәм технологиялар университеты - вуз-ара студенттар кампусы резиденты - "Планета" сауҙа үҙәгендә "Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" фестивале асыла.

Сара Космонавтика көнөнә бағышланған һәм ул ике көн дауам итә.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы викториналар, приздар уйнатыу көтә. Шулай уҡ уның сиктәрендә "Киләсәк инженеры" күргәҙмәһе асыла. Фотопроект менән 2024 йылдың 12 апреленән 12 майына тиклем танышырға мөмкин.

"Инженер һөнәрҙәре йондоҙлоғо" фестивале 12 апрелдә 15.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем (- 1 кимәл, үҙәк атриум) эшләй. Ә 13 апрелдә - иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 7-гә тиклем (- 1-се ҡат, үҙәк атриум) .

Автор:
Читайте нас: