+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апрель , 13:07

Башҡорт бейеүе легендаһы Рәшиҙә Туйсинаға арналған күргәҙмә асыла

19 апрелдә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина» тигән күргәҙмә асыла.

Башҡорт бейеүе легендаһы Рәшиҙә Туйсинаға арналған күргәҙмә асыла
Башҡорт бейеүе легендаһы Рәшиҙә Туйсинаға арналған күргәҙмә асыла

19 апрелдә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина» тигән күргәҙмә асыла.

– «Урал ынйыһы», «Мадам Грация», «башҡорт бейеүе алиһәһе», «башҡорт бейеүе корифейы», «башҡорт мәҙәниәте феномены» тиҙәр уның хаҡында. Сағыштырыуҙар күп, ә Рәшиҙә Туйсина берәү генә. Махсус хореография белеме булмаған ябай ауыл ҡыҙы республиканың төп ансамблендә бейей. Илебеҙҙең Кремль һарайында тәүге яңғыҙ сығышы ла алҡыштарға күмелә, – ти күргәҙмә кураторҙары.

«Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина» күргәҙмәһендә күренекле бейеүсенең уңыш һәм йәшлек серҙәре, «Заһиҙә» бейеүенең 62 йыллыҡ тарихы һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы факттар хаҡында белергә мөмкин. Шулай уҡ легендар бейеүсенең сәхнә костюмдарын, биҙәүестәрен, тарихи фотоларын күрергә була.

Ҡунаҡтарҙы Рәшиҙә Туйсина үҙе һәм уның тәрбиәләнеүселәре Салауат Мөхәмәтйәров, Айгөл Әсәҙуллина, Ирада Ҡадирова һәм Зәйнетдин сәләмләй. Күргәҙмә барышында экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу күҙаллана.

Әлеге күргәҙмә 2024 йылдың 12 майына тиклем эшләйәсәк.

Рәшиҙә Туйсина – РСФСР -ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге һәм Ғ. Сәләм исемендәге премиялар лауреаты, Софияла IX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә алтын миҙалға лайыҡ булған, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: