+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апрель , 12:31

Ауыл эшҡыуарҙары өсөн грант

Республикабыҙҙа «Агростартап» грантын алыуға конкурс иғлан ителә, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ауыл эшҡыуарҙары өсөн грант
Ауыл эшҡыуарҙары өсөн грант

Республикабыҙҙа «Агростартап» грантын алыуға конкурс иғлан ителә, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 22 апрелдән 9 майға тиклем ҡабул ителә. Ғаризаларҙы «Электронный бюджет» системаһында электрон формала тултырып ебәрергә кәрәк.

Быйыл был программаны тормошҡа ашырыуға 149,1 миллион һум йүнәлтеләсәк.

– Республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексында бер үк ваҡытта кесе хужалыҡтар ҙа, эре предприятиелар ҙа үҫешә. Мәҫәлән, фермерҙар ауыл хужалығындағы тулайым продукцияның 13 проценттан ашыуын етештерә һәм беҙ был секторҙа күрһәткестәрҙең артабан да үҫеүенә иҫәп тотабыҙ, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Кесе бизнесты үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән «Агростартап» кеүек программалар ауылда үҙ эштәрен башлап ебәреүсе эшҡыуарҙар өсөн бик яҡшы ярҙам булып тора.

Конкурста ҡатнашыу шарттары хаҡында түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active.

Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының социаль селтәренән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: